КАЛЕНДАРЬ – ТЕМАТИК ПЛАНЛАШТЫРЫУ |
|||||||
№ |
Үткәрелеү ваҡыты |
Бүләктәр
|
Телмәр үҫтереү буйынса тема Грамматик тема |
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге |
Сәғәт һаны |
Иҫкәрмә |
|
План |
Үтк-гән |
||||||
1 |
05.09 |
|
Танышыу
|
Танышыу Башҡорт теленең үҙәнсәлекле өндәре һәм хәрефтәре |
Түбән кластарҙа өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Сәнғәтле һөйләшеү. Төрлө ситуацияларҙа һейләшеү. Тел: Башҡорт теленең үҙәнсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. «Ҡайҙан?» һорауы һәм шул һорауға яуап биреү. Уҡыу материалы: Дәреслектәге диалогтар, күнегеү текстары. К.Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. 3.Әхмәтйәнова. Нәби һәм әбей. Ф.Иҫәнғолов. Танышыу. Хәлдәрен беләм. Диалог темалары: Таныш булайыҡ!Мин ауылда (ҡалала) йәшәйем. Күршелә бер әбей йәшәй.һин нисек иҫәнләшәһең? Дуҫыңдан (ололарҙан) хәл һораша беләһеңме? Нисек хушлашалар? Нисек ғәфү үтенәләр? |
1
|
|
2 |
12.09 |
|
«Ҡайҙа?» һорауы |
«Ҡайҙа?» һорауы Килеш һәм күплек ялғауҙары, һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация һәм тыныш билдәләре |
Танышыу темаһын дауам итеү. Тел: «Кайҙа?» һорауы, уға яуап биреү. Килеш һәм күплек ялғауҙары, һорау һәм хәбәр һөйләм. Интонация һәм тыныш билдәләре . Уҡыу материалы: Диалогтар, күнегеү текстары, телмәр өлгөләре. Ҙур үҫ Йәшенмәк. Биҙәктәр. К.Даян. Матур Өфө калаһы. Минең атайым. Диалог темалары: Телефондан һөйләшәм, һанай ҙа беләм. Эйе, юҡ һүҙҙәре, һөйләшеүҙе нисек башларға? Шатлығымдың сиге юҡ! һәр әйберҙең үҙ урыны бар. Барыр юлды нисек һорайҙар? |
1 |
|
3 |
19.09 |
|
Мәктәптә |
Мәктәптә Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ялғауҙарҙың яҙылышы |
Уҡыусыларҙың тема буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү, һүҙлек запасын арттырыу. Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Тел: Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ялғауҙарҙың яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу. Уҡыу материалы: Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар, кәңәштәр, көләмәстәр. С.Әлибай. Өсенсөләр. Ялҡау Зилә. Диалог төмалары: Йәйге каникул үтте. Көҙ етте. Уҡыуҙар башланды. Минең матур китабым бар. 1 сентябрь - Белем байрамы. Йәй көнө беҙ нимәләр эшләнек? Яңынан осраштык Танышыу, иҫәнләшеү, һаубуллашыу. Ҡотлау. |
1 |
|
4 |
26.09 |
|
Беҙҙең мәктәп Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәр |
1 |
|
||
5 |
03.10 |
|
һөнәрҙәр. |
һөнәрҙәр. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше |
Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белемде тәрәнәйтеү, һөйләшеү, уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тел: Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. Уҡыу материалы: Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар. М.Дилмөхәмәтов. Йылы һүҙ. Диалог темалары: Һинең төп эшең нимә? Уны һин нисек аңлайһың? Нисек башҡараһың? Үҫкәс, кем булғың килә? (булаһың? булыр инең? буласаҡһың?) һеҙҙең ғаиләлә кемдәр бар? Улар кем булып эшләйҙәр? һәр һөнәр ҙә файҙалы. Бөтә эште лә белеп бөтөп булмай. Эште башҡарһаң ғына эш. |
1 |
|
6 |
10.10 |
|
һәр һөнәр ҙә файҙалы. Булып эшләй һүҙбәйләнеше |
1 |
|
||
7 |
17.10 |
|
Тикшереү эше.Күсереү |
Уҡыусыларҙын белемдәрен сисмемаға килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
|
8 |
24.10 |
|
Хаталар өҫтөндә эш Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Уҡыусылар үҙләштереп етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы ҡабатлау, иҫкә төшөрөү. Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу |
1 |
|
|
9 |
07.11 |
|
Йыл миҙгелдәре |
Йыл миҙгелдәре һөйләм төрҙәре |
Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә бәйләнешле ололарҙың эштәре, хәстәрҙәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Тел: Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары. Иғлан яҙыу. Уҡыу материалы: Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар, йомаҡтар. Ш.Ғәлиев. Миҙгелдәр. Йомарт алмағас. Р.Әбүталипова. Тейен. 3. Ҡотлогилдина. Ҡарағат. Көҙ, Ҡышҡы биҙәктәр. А.Макунин. Ҡыуаҡ менән боҙбармаҡ. С.Әлибай. Ҡыуанышып килерҙәр. Диалог төмалары: Йәйге хәтирәләр. Көҙ етте. Көҙҙөң дә үҙ матурлығы була. Мин ҡышты яратам. Ни өсөн? Беҙҙең төйәктә ҡыш. Яңы йылға әҙерлек. Ҡыш бабай килде. Беҙҙең ҡышҡы уйындар. Урамда коньки (саңғы)менән шыуырға яраймы? Бына яҙ ҙа етә. Яҙғы байрамдар. Әсәйҙәр байрамына нисек әҙерләндем? Атайҙар байрамы бармы? Оҙаҡламай йәй етә. Минең йәйгә пландарым. Йәй көнө мин ауылда ял итәсәкмен. Йәй мин лагерға барыр инем. Ҡояш йылмайып ҡарай. |
1 |
|
10
|
14.11
|
|
Кейемдәр |
Кейемдәр Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлеше, шарт һөйкәлеше |
Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, кейем һәм тыйнаҡлыҡ һ.б. тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Тел: Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәнеү. Уҡыу материалы. Дәреслектәге күнегеү текстары, диалогтар, теләктәр, ҡотлауҙар. Магазинда. Г.Мөхәмәтдинова. Күлдәк. Ф.Туғыҙбаева. Минеке! Диалог темалары: Кейемдәр магазинында йөрөргә яратам. Кейемде һин үҙең һайлайһыңмы? Кейем һине яратамы? Бөхтә кейенеү нисек була? Дуҫың яңы кейем кейеп килгән, һин уны нисек котларһың? Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар. Ваҡытына ҡарап кейеме. Кейем бысрана. Быға кем ғәйепле? Кейем йыйнаҡ кешене ярата. |
1
|
|
11 |
21.11 |
|
Кейем-һалым магазинында Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлеше, шарт һөйкәлеше |
1 |
|
||
12 |
28.11 |
|
Ғаилә |
Ғаилә Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше |
Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлык мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш- шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тел: Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше (практик үҙләштереү). Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу. Уҡыу материалы: Дәреслектәге диалогтар, теләктәр, мәҡәлдәр. Л.Азамат. Йәшәмеш үҫә. М.Баймөхәмәтова. Китәм, вәт! С.Сурина. Кем нимәгә өйрәтә? Р.Сөләймәнов. Йәннәт булырмы? Н.Сәлимов. Кемдәр маладис була? Ә.Ихсан. Әсә рәхмәте С.Кәрим.Беренсе дәрес Ф.Иҫәнғолов. Ҡәләм кемгә булырға тейеш? С.Әлибай. Байрам килгән. Диалог темалары: һин олатайыңдың (өләсәйеңдең) исемен беләһеңме? Олатайым бик аҡыллы. Өләсәйемдең яғымлылығы сикһеҙ. һине өйҙә яраталармы? Ул нимәлә күренә? Ололарға оло ихтирам. Ихтирам нисек була. Кеселәргә кеселекле бул. һин кешегә нисек, кешеләр һиңә шундай уҡ. Кешегә яҡшылыҡ эшләү ҡыйынмы? Иманлы булһаң, ҙурларҙар. |
1 |
|
13 |
05.12 |
|
Шәжәрәңде беләһеңме? Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше |
1 |
|
||
14 |
12.12 |
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу |
1 |
|
|
15 |
19.12 |
|
Тикшереү эше. Күсереү |
Уҡыусыларҙын белемдәрен сисмемаға килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
|
16 |
26.12
|
|
Хаталар өҫтөндә эш |
Уҡыусылар үҙләштереп етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы ҡабатлау, иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
|
17 |
16.01
|
|
Тыуған көн
|
Тыуған көн Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр |
Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу һ.б. тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү Тел: Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү. Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау. Уҡыу материалы: Дәреслектәге диалогтар, күнегеү текстары, ҡотлауҙар, саҡырыу текстары. М.Дәүләтшина. Байрам. Ф. Ғөбәйҙуллина. Беҙҙең дуҫ. Диалог төмалары: Тыуған көн байрамы буламы? Тыуған көн байрамын ҡасан үткәрәләр? Дуҫтарым мине ҡотланы. Байрамға нисек әҙерләнергә кәрәк? Мәжлестә үҙеңде тота беләһеңме? Ҡунаҡтарҙы нисек саҡыралар? Дуҫтарыңа рәхмәт белдерҙеңме? Нисек? |
1 |
|
18 |
23.01 |
|
Туғандарыма бүләк һайлайым Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр |
1 |
|
||
19 |
30.01 |
|
Тәбиғәт, үҫемле-ктәр, бөжәктәр |
Нимә ул тәбиғәт? Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәр |
Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр. Беҙҙәге үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тел: Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Уҡыу материалы: Күнегеү текстары, диалогтар, йомаҡтар, мәҡәлдәр. Тәбиғәт. Ф.Туғыҙбаева. Бер генә һүҙ. Эш табылды. Ҡуян. И.Тимерханов. Ике ҡуян балаһы. Кем батыр? Ә.Хәмәтдинова. Йәшел аптека. Диалог темалары: Тәбиғәт нимә була? Кеше тәбиғәт төшөнсәһенә ҡараймы? Кейектәрҙе һаҡларға кәрәк. һәр йәнлектең файҙаһы бар. Беҙҙең төйәктә йәшәй торған хайуандар. Хайуандарҙы ни өсөн ике төркөмгә бүләләр? һин хайуан тауыштарын айыра алаһыңмы? Мин өйҙә эт (бесәй) тотам. Бесәй кешегә энергия бирәме? Үҫемлектәр кешегә файҙалы. Бөжәктәрҙең кәрәге юҡ. һин ниндәй дарыу үләндәрен беләһең? Йәшел аптека һәр саҡ асыҡ |
1 |
|
20 |
06.02 |
|
Үҫемлектәр Башҡорт телендәге ҡылымдарҙың заман формалары |
1 |
|
||
21 |
13.02 |
|
Бөжәктәр Башҡорт телендәге ҡаршы ҡуйыу теркәүестәре |
1 |
|
||
22 |
20.02 |
|
Башҡортос-тан. |
Башҡортостан-тыуған төйәгебеҙ Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр |
Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы, тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Тел: Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу. Уҡыу материалы: Күнегеү текстары, диалогтар, мәҡәлдәр. Башҡортостан. Башҡортостандың байлығы. Музейҙар. Диалог темалары: Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Башҡортостандың ҡалалары (райондары). Башҡортостандың йылға-күлдәре, тау-урмандары. Башҡортостандың дәүләт символдары. Гербтың, гимндың авторҙарын беләһеңме? Гербтың (флагтың) мәғәнәһе нимәлә? Тыуған ил берәү генә. Илен һөймәгән үҙен һөймәҫ. |
1 |
|
23 |
27.02 |
|
Өфө- Башҡортостандың баш ҡалаһы Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр |
1 |
|
||
24 |
06.03 |
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу |
1 |
|
|
25 |
13.03 |
|
Тикшереү эше. Күсереү |
Уҡыусыларҙын белемдәрен сисмемаға килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
|
26 |
20.03
|
|
Хаталар өҫтөндә эш |
Уҡыусылар үҙләштереп етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы ҡабатлау, иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
|
27 |
03.04 |
|
Сәйәхәт Транспорт |
Сәйәхәт.Транспорт Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формалары |
Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тел: Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, «менән» бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу. Уҡыу материалы: Диалогтар, күнегеү текстары, белдереүҙәр, мәҡәлдәр. Европа - Азия. Өфө урамында. Сәфәр йөрөгөҙ - сәләмәт булырһығыҙ. М.Хисамова. Егәрле Гөлбикә. РНотфуллина. Ялым күңелле үтә. Ғ.Ибраһимов. Хәйлә. Диалог темалары: Нимә ул сәйәхәт? Сәйәхәткә нимә менән баралар? Ҡалала сәйәхәт. Сәйәхәт һәм һаулыҡ. Спорт һәм мин.Минең яратҡан спорт төрө. Минең спорттағы уңыштарым.Хәрәкәттә бәрәкәт. |
1 |
|
28 |
10.04 |
|
Ялым күңелле үтә «менән» бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу |
1 |
|
||
29 |
17.04 |
|
Байрамдар |
Байрамдар Предметтың билдәләре, уларҙың сағыштырыу формалары |
Башҡортостанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре. Башҡорт халҡының милли байрамдары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Тел: Предметтың билдәләрен, уларҙың сағыштырыу формаларын практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу. Уҡыу материалы: Диалогтар, күнегеү текстары. Ф.Ғөбәйҙуллина. Алъяпҡыс тектем. Г.Юнысова. Ҡәҙерле байрам. С.Галин. Байрамдар. Д.Исламов. һабантуй. М.Кәрим, һабан туйы. Ҡарға бутҡаһы. Кәкүк сәйе. Серле һандыҡ. Ф.Ғөбәйҙуллина. Башҡортостан флагы. Диалог темалары: Ниндәй байрамдарҙы беләһең? Иң күңелле байрам. Ғаилә байрамы бармы? Байрам мәшәҡәттәре. Байрам аштары. Йыуаға сығыу байрамы, һәнәргә бағышланған байрамдар Уҡытыусылар байрамы ҡасан була. |
1 |
|
30 |
24.04 |
|
Башҡорт халҡының милли байрамдары Предметтың билдәләре, уларҙың сағыштырыу формалары |
1 |
|
||
31 |
08.05 |
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу |
1 |
|
|
32 |
15.05 |
|
Тикшереү эше |
Уҡыусыларҙын белемдәрен сисмемаға килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
|
33 |
22.05
|
|
Хаталар өҫтөндә эш |
Уҡыусылар үҙләштереп етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы ҡабатлау, иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
|
34 |
29.05 |
|
Йомғаҡлау.
|
Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү. Тел: һүҙлекте байытыу эштәре үткәрелә. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу ҡарала. Уҡыу материалы: Дәреслектең «Ҡушымта» өлөшөндә бирелгән әҫәрҙәр. |
1 |
|
Аңлатма яҙыу
Эш программа һын төҙөүҙә норматив документтар
|
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 2012-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһының халыҡ телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү дәүләт программаһы Дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып Минобрнауки РФ 06.10.2009 № 373 2014-2015 йылына уҡыу календар графиғы 2014-2015 йылына уҡыу планы Шалҡан аулының уҡытыусылары тарафынан эщләнгән һәм раҫланған уҡыу предметтарының эш программаһының положениеһы 27.08.2014 №90-0 Бойороҡ МБДББУ Шалҡан аулының УДББМ 09.08.2014 №83-0 «2014-2015 уҡыу йылында ҡулланыла торған дәреслектәр» МБДББУ Шалҡан аулының УДББМ «Башланғыс дөйөм белем биреү тураһында төп уҡытыу программаһы» Мәктәп учреждениеһында уҡыусылар өсөн гигиеник талаптар СанПиН 2.4.2.2821 – 10 |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметының программаһы |
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дәреслек |
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Предметтың маҡсат һәм бурыстары |
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 3-сө класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла: 1.Бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу; ишеткәнде, күргәнде, уҡығанды һөйләү нүнекмәләрен үҫтереү. 2.һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү, тема (ситуация) буйынса һөйләшеү күнекмәләрен артабан үҫтереү. 3.һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, уларҙы һөйләшеүҙә, яҙыуҙа дөрөҫ ҡулланыу; һүҙ байлығын арттырыу. 4.Картина, экскурсия, сюжетлы һүрәттәр буйынса телдән (һәм элементар яҙма) текстар төҙөү. 5.Тәҡдим ителгән тема буйынса уҡыу, текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү. 6.Программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белеү. 7.Тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, шиғырҙар ятлау, йырҙар һәм бейеүҙәр өйрәнеү, уларҙы башҡарыу; башкорт театры һәм филармонияһы спектаклдәрен, концерттарын ҡарау. Башҡорт халҡы, уның киң күңеллелеге, эшсәнлеге, дуҫлыҡ һ.б. хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, һөйләшеү. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметына дөйөм характеристика |
Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора: интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.); танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше). Эш программаһын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла. Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу. Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Төп йөкмәтке йүнәлештәре |
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.
Башҡорт теленең эш программаһы үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең мәғәнәһенә һәм функцияларына үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата. Тел материалы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс төшөнсә формалаштырырға, башҡорт әҙәби теленең нормаларын үҙләштереүҙә ярҙам итергә тәғәйенләнгән. Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү, шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә һәм уҡыусыларҙың, йәмғиәтебеҙҙең киләсәк вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел кимәлендә билдәләүсе күнекмәләрен формалаштыра. -телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу -телдең системаһын өйрәнеү -бәйләнешле текст менән эшләүҙе күҙ уңында тота. Милли тәрбиә лә ҡарала. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны |
2014-2015 йыл уҡыу базис пландары менән билдәләнә. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3–сө класы өсөн башҡорт теле 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм уҡыу бүлектәре, күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары
|
Башҡорт телен уҡытыу барышында уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора: интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш һ.б.); танып белеү эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары, уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм үҙ-үҙеңде ижади яҡтан күрһәтеү кәрәклелеге һәм уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм уларға өлгәшеү өҫтөндә эшләү);ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү һәм үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше). Эш программаһын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә, һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла. Башҡорт телен үҙләштергәндә мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек һәм белешмәләр менән файҙаланыу. Программа уҡытыусы һәм уҡыусы, уҡыусыларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ, уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты төрлө яҡлап анализлау ойошторола. Предметтың үҙәк өйрәнеү өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау |
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: контроль күсереп яҙыу һорауҙарға яуап Яҙма эш төрҙәрен яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: -карточкалар менән эш; -тест; -һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; -һүҙлек диктанты; -һөйләмдәр төҙөү; -һүҙлек менән эш |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡытыусы тарафынан ҡулланылған технологиялар |
Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк: -информацион технологиялар; -уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы; -проблемалы уҡытыу; -проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау; -уйын алымдары; -тестар эшләү; -төркөмләп эшләү һ.б. Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын контролләү формалары: -тестар -ижади эштәр(тематик яҡтан,жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б.) -докладтар. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сәғәттәр һаны һәм яҙма эштәр |
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
|
- һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү; - үҙ фекерҙәрен белдереп әңгәмәләшеү; - төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү; - прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу; - уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү, элементар план төҙөү һәм уны яҙа белеү; - башҡортса гәзит-журналдарҙан кәрәкле материал йыя белеү, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу; - текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу; - 8-10 шиғырҙы яттан белеү; - Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу; - башҡорт халҡының йолалары, мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү; - хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙа белеү. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
|
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
|
1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2004. 3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007. 4. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006. 5. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат». 7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. 8. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2007.
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Материаль-техник ҡулланмалар. |
-CD диск:
Электрон дәреслектәр:
-ноутбук |