КАЛЕНДАРЬ-ТЕМАТИК ПЛАНЛАШТЫРЫУ |
||||||
№ |
Үткәрелеү ваҡыты |
Бүләктәр |
Телмәр үҫтереү буйынса тема Грамматик тема |
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге |
Сәғәт һаны |
Иҫкәрмә |
План |
Үтк-гән |
|||||
1 |
03.09 |
|
Тыуған Башҡор-тостан |
Тыуған Башҡортостан Һөйләмдә
һүҙҙәр тәртибе |
Был
тема башҡортса белмәгән балаларға
үҙҙәре йәшәгән
Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары,
йылғалары һәм күлдәре, ғөмүмән, Башҡортостан, уның халҡы,
тарихы тураһында элементар мәғлүмәт
биреүгә бағышлана. Башҡортостан
Республикаһының символикаһы ла иҫкә
алына. Тел: Башҡорт
теленең үҙенсәлекле өндәрен, темаға
ҡараған башҡорт һүҙҙәрен
дөрөҫ әйтеү
күнекмәләрен камиллаштырыу. Башҡорт телендә
интонацион яҡтан һөйләм төрҙәре,
һорау һәм хәбәр һөйләм,
(һөйләм, уның интонацияһы, башҡорт
өндәре һәр дәрестә ҡабатлана.) Уҡыу материалы: Башҡортостан,
уның тәбиғәте, халҡы тураһында
әҫәрҙәр уҡыу. Диалог
темалары: Башҡортостан - минең республикам. Мин ҡалала
йәшәйем. Беҙ районда йәшәйбеҙ. һеҙҙең ҡалала (ауылда, районда) кемдәр
йәшәй? Башҡортостан
ҡалалары. Башҡортостандағы
райондар.һеҙ йәшәгән
урындың тәбиғәте (тауҙары, йылғалары,
урмандары, башҡа билдәле урындары). Төбәктәге
күренекле кешеләр. |
1 |
2 |
10.09 |
|
Ҡабатлау |
Танышыу Башҡорт теленең үҙенсәлекле
өндәре һәм хәрефтәре |
Был темала уҡыусы
үҙе менән таныштыра, иптәштәре,
уҡытыусыһы менән таныша. Тел: Башҡорт
теленең үҙенсәлекле өндәре
һәм хәрефтәре, һөйләмдә
һүҙҙәрҙең
урыны. Башҡорт теленең [ә], [ө], [һ],
[ҙ], [ң], [ҡ], [ғ], [ү], [ҫ] өндәренең
әйтелешен өйрәнеү,
хәрефтәрен яҙырға
өйрәнеү. Уҡыу материалы: Диалогтар, этикет
өлгөләре, шиғырҙар. А.Йәғәфәрова.
Уйынсыҡтар магазины. Диалог
темалары: Танышыу.Класҡа
яңы уҡыусы килгән. Нисек танышырһың? Миңә матур
китап кәрәк. Был минең салбарым
(шарфым, күлдәгем, итегем). Журнал минеке
(һинеке, Ғәлимдеке). Магазинда уйыны.Дәрестән һуң беҙ
ниҙәр эшләйбеҙ? |
1 |
3 |
17.09 |
|
Һиңә
нимә кәрәк? Һин нимә
эшләйһең? Был кемдең әйбере? Һөйләмдә
һүҙҙәрҙең
урыны |
1 |
||
4 |
24.09 |
|
һаумы, мәктәп! |
һаумы, мәктәп! Башҡорт теленең үҙенсәлекле
өндәре |
Балаларҙың
үҙҙәре уҡыған мәктәп, уньң үҙенсәлекле
билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын,
дәрестәрҙе белеүе. Улар тураһында
һөйләү. Тел: Башҡорт
теленең үҙенсәлекле өндәре.
һүҙҙәрҙең
предметты, билдәне, эште белдереүе. Эштең элек,
хәҙер булыуын белдереүсе
һүҙҙәр. Уҡыу материалы: Диалогтар, этикет
өлгөләре. М. Дилмөхәмәтов. Дәрес бара. А.Йәғәфәрова.
Уңғандар. Диалог
төмалары: Беҙҙең мәктәп. Беҙҙең класта
күңелле. Бүлмәлә
дәрес бара. Башҡорт теле кабинеты.
Беҙ башҡортса уҡый
беләбеҙ. Дәрестән һуң. Китапханала.
Уҡыу әсбаптары. Аҙна көндәре .Бөгөн
көн ниндәй? |
1 |
5 |
01.10 |
|
Беҙҙең
мәктәп Башҡорт теленең үҙенсәлекле
өндәре |
1 |
||
6 |
08.10 |
|
Мәктәп баксаһы |
Мәктәп баксаһы. Был ниндәй еләк? Килеш ялғауҙары.
һәм, ә, ләкин
теркәүестәре |
Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр,
уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың
баҡсалағы эштәре. Тел: Башҡорт
телендәге ошо темаға ҡараған
һүҙҙәр. Уларҙы дөрөҫ
әйтеү. Килеш ялғауҙарын файҙаланыу, һәм, ә, ләкин
теркәүестәрен ҡулпаныу. Уҡыу материалы: Диалогтар, йомактар,
текстарҙы уҡыу. Диалог
төмалары: Беҙҙең
мәктәп баҡсаһы.
Баҡсалағы көҙгө эштәр. Беҙ емеш
-ҡыуаҡтарын ҡарайбыҙ. Түтәлдә
йәшелсәләр үҫә.
Йәшелсәләргә һыу кәрәкме?
Ниндәй йәшелсәләр
тәмле? Ниндәй йәшелсәләр
әсе? Алма эреме, әллә сейәме? |
1 |
7 |
15.10 |
|
Үтелгәндәрҙе
ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу. |
1 |
|
8 |
22.10 |
|
Тикшереү
эше.Күсереү |
Уҡыусыларҙын белемдәрен сисмемаға
килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
9 |
29.10 |
|
Хаталар өҫтөндә
эш |
Уҡыусылар үҙләштереп
етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы
ҡабатлау,
иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
10 |
05.11 |
|
Беҙҙең класс |
Беҙҙең класс Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм
нәҙек ялғауҙар Килеш ялғауҙар |
Мәктәп, класс бүлмәләре,
дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың
эштәре. Тел: Темаға
ҡараған башҡорт һүҙҙәрен,
һөйләмдәрен дөрөҫ
уҡыу. һүҙҙәрҙә ҡалын
һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш ялғауҙарын практик ҡулланыу. Уҡыу материалы: Диалогтар,
тиҙәйткестәр, йомаҡтар,
күнегеү текстары. Ф.Рәхимғолова.
Шиғыр ятлайҙар. С.Юлаев. Уралым. Диалог
төмалары: Беҙҙең класс бүлмәһе. Кластағы
уҡыусылар. Беҙ дежур. Башҡорт теле
кабинеты.Кабинеттағы йыһаздар. Шкафта китап
һәм журналдар.Беҙ яратҡан
гәзит. |
1 |
11 |
12.11 |
|
Ғаилә |
Ғаилә Эйәлек (зат) ялғауҙары, килеш
ялғауҙары. |
Үҙенең
ғаиләһе, ғаилә
ағзалары, уларҙың эштәре, һәнәре,
уларға туғанлыҡ
мөнәсәбәте, ғаилә шәжәрәһе, файҙалы эштәр
тураһында һөйләшеү. Тел: Башҡорт
телендә эйәлек (зат) ялғауҙарын, килеш
ялғауҙарын практик үҙләштереү. Тиң
киҫәкле һөйләмдәр
менән практик эштәр. Хат яҙыу. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, һанашмаҡтар. Кәрим Булат. Әпәкәй., Ф.Рәхимғолова.
Бәхетле. Ф.Туғыҙбаева.
Айбулат. Диалог
темалары: Өләсәйҙе
яратабыҙ. Ҡартатай
ауылда тора. Әсәйем
— тырыш кеше. Атайымдың ҡулы алтын. Ғаилә
тәртибе. Өҫтәл артында. һауыт-
һабаны мин йыуам. Беҙ яратҡан ашамлыҡ. Ҡустымды
(һеңлемде)ҡарайым. |
1 |
12 |
19.11 |
|
Беҙҙең ғаилә Тиң киҫәкле
һөйләмдәр |
1 |
||
13 |
26.11 |
|
Аҙыҡ-түлек |
Аҙыҡ-түлек Башҡорт телендә килеш
ялғауҙары, һөйләмдең тиң
киҫәктәре |
Аҙыҡ - түлек, уларҙы
табыу, әҙерләү, өҫтәлдә
биҙәү, аҙыҡ- түлеккә
мөнәсәбәт, уға һаҡсыл
ҡараш булдырыу, башҡорт аштары. Тел: Башҡорт
телендә килеш ялғауҙары, һөйләмдең
тиң киҫәктәре, һөйләмдә
һүҙҙәрҙең
урыны. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, йомаҡтар, мәҡәлдәр. С.Әлибаев.
Икмәк. Ф.Туғыҙбаева.
Сәй эсеү. Диалог
темалары: Баҙарҙан ит алдыҡ. Ит күпме тора? Аҙыҡ-түлек
магазинында. Байрам өҫтәле
әҙерләйбеҙ. Тоҙ файҙалы.
Тоҙһоҙҙо
күҙһеҙ ҙә белә. Бәлеште нисек
бешерәләр? Икмәк ағаста үҫәме?
Икмәк - ҙур байлыҡ. Ҡоротло һурпа бик
тәмле.Ҡаты
сәй зарарлы, һауыт-һаба
таҙамы? |
1 |
14 |
03.12 |
|
Кем нимә ярата?
һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны |
1 |
||
15 |
10.12 |
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу. |
1 |
|
16 |
17.12 |
|
Тикшереү
эше. Күсереү |
Уҡыусыларҙын
белемдәрен сисмемаға
килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
17 |
24.12 |
|
Хаталар өҫтөндә
эш |
Уҡыусылар үҙләштереп
етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы
ҡабатлау,
иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
18 |
21.01 |
|
Ҡайҙа?Ҡай-ҙан? |
Ҡайҙа?Ҡайҙан? Килеш ялғауҙары |
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның
атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа
тотоу. Башҡорт аштары. Тел: Башҡорт
телендә килеш ялғауҙары. һөйләмдә
һүҙҙәрҙең
урыны. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, көләмәстәр,
кроссворд сисеү. Г.Ғәлиуллина.
Бесәйем. Диалог
темалары: Һалҡын
сәй файҙалымы? һиндй сәйе
сәйнүктә, Өҫтәлдә башҡорт балы. һеҙҙә
һауыт-һабаны кем йыуа? һауыттар кәштәлә.һин ниндәй салат
яратаһың? Өҫтәлгә ҡалаҡты нисек һалалар? Ҡымыҙ -
файҙалы.Аҙыҡ магазинында. |
1 |
19 |
28.01 |
|
Нимә менән? |
Нимә менән? Менән һүҙен ҡулланыу |
Аш-Һыу,
аҙыҡ - түлек темаһына бәйле,
уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү.
Аш-Һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Тел: Менән һүҙен практик ҡулланыу.
һөйләмдә тиң киҫәктәр.
Хәбәрҙең
һөйләмдәге урыны. Килеш ялғауҙары. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, теләктәр,
мәҡәлдәр. Диалог
темалары: Әсәйем
тәмле бешерә. Әсәйҙең ҡулы алтын.
Икмәктән оло булма. Өҫтәл йәме —
икмән. Ашағанда тәртип ниндәй була? Мин кухняла
ярҙам итәм. Тәмле билмән.
Кеүәҫте ниҙән эшләйҙәр? |
1 |
20 |
04.02 |
|
Һанай
беләһе-геҙме? |
һанай беләһегеҙме? Аҙыҡ-түлек
магазины Телмәрҙә
һандарҙы ҡулланыу |
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы,
уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу,
тәртипле тотоноу. Тел: Телмәрҙә һандарҙы практик
ҡулланыу. Зат ялғауҙарын
ҡушыу. Кем булып эшләй?
һорауың үҙләштереү, уға яуап биреү. Уҡыу материалы: Күнегеү
текстары, диалогтар, һүрәттәр
менән эш. Диалог
темалары: Мин аҙыҡ һатып апам. Кейем магазинында.
Миңә бүрек кәрәк. Тун
ҡыйбатмы? Шәл ябыныу
кәрәкме? Яулыҡ күпме тора? Шәл
бәйләйем. Салбарҙы үтекләп
кей. |
1 |
21 |
11.02 |
|
Кейем-Һалым |
Кейем-Һалым Килеш һәм зат ялғауҙары |
Кейем-Һалым
исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып
алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Тел: Башҡорт
телендә килеш һәм зат ялғауҙарын
ҡулланыу. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, теләктәр. Р.Ураксина.Үҫкәнмен. Диалог
төмалары: Кейем магазины.
Миңә йылы куртка кәрәк.
һатыусы кәңәш бирә. Яңы кейем - яңы
шатлыҡ. Кейемде бөхтә һаҡла. Бөхтәлек
нисек була? Бүләккә
- яңы күлдәк. |
1 |
22 |
18.02 |
|
Кейем-Һалым магазины Телмәрҙә һандарҙы ҡулланыу |
1 |
||
23 |
25.02 |
|
Уйын. уйын-сыҡтар |
Уйын, уйынсыҡтар Ҡалын
һәм нәҙек ялғауҙар.
Килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу |
Уйынсыҡ
исемдәре, уйынсыҡтарҙың билдәләре,
уйындар. Тел: Башҡорт телендә ҡалын
һәм нәҙек ялғауҙар.
Килеш һәм зат ялғауҙарын
практик ҡулланыу. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары. Ф.Рәхимғолова.
Шауламағыҙ! Диалог
төмалары: Матур ҡурсағым бар.
Уйынсыҡ машина. Беҙҙең
уйындар. Тауҙан саңғы шыуабыҙ. Кем ҡайҙа йәшенгән? Эштән һуң уйнарға ярай |
1 |
24 |
04.03 |
|
Һөнәр-ҙәр |
һәнәрҙәр Нәҙек һәм
ҡалын ялғауҙар, һөйләмдә тиң
киҫәктәр,
һөйләмдә хәбәрҙең урыны |
Кешеләрҙең һәнәрҙәре,
эштәре, шөғөлдәре тураһында
мәғлүмәт. Тел: Башҡорт
телендә нәҙек һәм ҡалын
ялғауҙар, һөйләмдә тиң
киҫәктәр,
һөйләмдә хәбәрҙең урыны. Уҡыу материалы: Дәреслектәге
күнегеү текстары, диалогтар, мәҡәлдәр, йомаҡтар. Ш.Бикҡол.
Себештәр. Диалог
темалары: һәнәрҙәр бик күп. Эштең бөтәһе лә яҡшы.
Эшләгән - ашаған. Уҡыу - беҙҙең эшебеҙ. Эш ялҡауҙы яратмай. Минең
өйҙәге
эштәрем. |
1 |
25 |
11.04 |
|
Үтелгәндәрҙе
ҡабатлау Тикшереү
эше. Күсереү |
Үтелгән темаларҙы
ҡабатлау,системалаштырыу. Уҡыусыларҙын
белемдәрен сисмемаға
килтереү,тикшереү, баһалау. |
1 |
|
26 |
18.04 |
|
Хаталар өҫтөндә
эш |
Уҡыусылар үҙләштереп
етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы
ҡабатлау,
иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
27 |
01.04 |
|
Тән өлөштәре |
Тән өлөштәре Зат ялғауҙарын, эйәлек алмаштарын һәм
ялғауҙарын ҡулланыу |
Кешенең организмы,
тән өлөштәре
(ағзалары) атамаларын үҙләштереү. Тәнде
таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Тел: Зат
ялғауҙарын, эйәлек алмаштарын һәм
ялғауҙарын практик ҡулланыу. Өндәрҙең сиратлашыуы. Уҡыу материалы: Дәреслектәге
күнегеүҙәр текстары,
диалогтар, йомаҡтар. Ә.Вахитова. Дарыу бирә. Ш.Ғәлиев.
Тешем. К.Ушинский. Дарыу. Диалог
темалары: Һаулыҡ
һатылмай. Сынығыу
күнегеүҙәре эшләйһеңме? Теште көнөнә нисә тапҡыр таҙарталар? һабын — беҙҙең дуҫыбыҙ. Саф һауа -
тәнгә дауа. Врачта булдым. Физкультура - урра! |
1 |
28 |
08.04 |
|
Емеш - еләк. Йәшел-сә. |
Емеш - еләк. Йәшелсә. Күплек, килеш ялғауҙары |
Элек
өйрәнгән темаға нигеҙләнеп, баҡса,
еләк - емеш, йәшелсәләрҙең
атамаларын үҙләштереү,
йәшелсәләрҙең,
еләктәрҙең билдәләрен белеү. Тел: Башҡорт
телендә күплек, килеш ялғауҙарын
ҡулланыу. Уҡыу материалы: Диалогтар,
күнегеү текстары, йомаҡтар, тиҙәйткестәр. А.Игебаев. Иртә-кис. Диалог
төмалары: Баҡсала ял итәләрме? Баксалағы эштәр. Ҡабаҡ
ҙур булып үҫте. Алма беште — ергә төштө. Ҡыяр
һыу ярата. Ҡарағат
ниндәй була? Еләктән,
ҡарағаттан, сейәнән
нимә эшләйҙәр? Ҡак
нимә була? |
1 |
29 |
15.04 |
|
Таҙа-лыҡ |
Таҙалыҡ Юҡлыҡ ялғауҙары. Килеш ялғауҙары |
Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау,
сынығыу тураһында мәғлүмәт. Тел: Башҡорт
телендә юҡлыҡ
ялғауҙары. Килеш ялғауҙары,
һүҙҙәрҙең
һөйләмдәге урыны. Уҡыу материалы: Күнегеү
текстары, диалогтар. С.Муллабаев. Бесәй. Диалог
темалары: Һабын менән дуҫ бул.
Ҡулды
көнөнә нисә тапкыр
йыуырға кәрәк? һин тараҡ тотаһыңмы?
Ҡулъяулыҡты мин үҙем йыуам |
1 |
30 |
22.04 |
|
Көн тәртибе |
Көн тәртибе Башҡорт теленең
өндәре, хәрефтәре,
һүҙҙәргә ялғауҙар
ҡушыу, һөйләмдә
һүҙҙәр тәртибе |
Уҡыусының
көн тәртибе, ул тәртипте
һаҡлау, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ
тураһында мәғлүмәттәр,
һәйбәт сифаттар тәрбиәләү. Тел: Башҡорт
теленең өндәре, хәрефтәре,
һүҙҙәргә ялғауҙар
ҡушыу, һөйләмдә
һүҙҙәр тәртибе. Уҡыу материалы: Диалогтар,
мәҡәлдәр,
күнегеү текстары, көләмәстәр. Ж.Дарзаман. Йыуынам. Д .Лукич.
Дүрт ҡыҙыҡай. В.Маяковский. Нимә ул яҡшы, нимә ул насар. М.Сиражи. Мин ҙур
инде. Диалог
темалары: Тәртип
һәр саҡ кәрәк.
Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар. Класта санитар бармы? Аяҡ
кейеменең үҙ урыны бар. һин иртәнсәк сәғәт
нисәлә тораһың? Өйҙә көн
тәртибен яҙып ҡуйғанһыңмы?
Сәғәтең бармы? Ваҡытты дөрөҫ бүләм. |
1 |
31 |
29.04 |
|
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Үтелгән темаларҙы ҡабатлау,системалаштырыу.
Дәреслектәге текстарҙы уҡыу |
1 |
|
32 |
06.05 |
|
Тикшереү эше.
Күсереү |
Уҡыусыларҙын
белемдәрен сисмемаға килтереү,тикшереү,
баһалау. |
1 |
|
33 |
13.05 |
|
Хаталар өҫтөндә
эш. |
Уҡыусылар үҙләштереп
етмәгән темаларҙы асыҡлау,уларҙы
ҡабатлау,
иҫкә төшөрөү. |
1 |
|
34 |
20.05 |
|
Йомғаҡлау. |
Бөтә
темаларҙа, дәрестәрҙә
өйрәнгән һүҙҙәрҙе,
һөйләмдәрҙе иҫкә
төшөрөү, һөйләшеү, уҡыу
һәм яҙыу күнекмәләрен артабан
камиллаштырыу, һүҙ байлығын арттырыу. Бәләкәй күләмле текстар
төҙөү Уҡыу
материалы: Дәреслектең
«Ҡушымта» өлөшөндә бирелгән әҫәрҙәр. |
1 |
|
Аңлатма яҙыу
Эш программа һын
төҙөүҙә норматив документтар |
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары
телдәре тураһында» Законы Рәсәй
Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы «Башҡортостан
Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы Башҡортостан
Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы Башҡортостан
Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү
концепцияһы 2012-2016
йылдарға Башҡортостан Республикаһының халыҡ
телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм
үҫтереү дәүләт программаһы Дөйөм белем
биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары
талаптарынан сығып Минобрнауки РФ 06.10.2009 № 373 2014-2015 йылына
уҡыу календар графиғы 2014-2015 йылына
уҡыу планы Шалҡан
аулының уҡытыусылары тарафынан эщләнгән
һәм раҫланған уҡыу предметтарының эш
программаһының положениеһы 27.08.2014 №90-0 Бойороҡ МБДББУ Шалҡан аулының УДББМ
09.08.2014 №83-0 «2014-2015 уҡыу йылында ҡулланыла торған
дәреслектәр» МБДББУ Шалҡан аулының УДББМ «Башланғыс дөйөм белем
биреү тураһында төп уҡытыу программаһы» Мәктәп учреждениеһында
уҡыусылар өсөн гигиеник талаптар СанПиН 2.4.2.2821 – 10 |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметының
программаһы |
Эш программаһы Башҡортостан
Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан
раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу
рус телендә алып барылған
мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә
төҙөлдө. Төҙөүселәре
Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.
М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дәреслек |
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина
М.С.,Бикбова Н.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып
барылған мәктәптәрҙең 2-се класы
өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Предметтың маҡсат
һәм бурыстары |
Башҡорт теленә өйрәтеү
буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында
түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметына дөйөм
характеристика |
Башҡорт телен уҡытыу барышында
уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған
дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен
һәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү
буйынса маҡсатлы эшләү түбәндәгенән
тора: интеллектуаль
(дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу,
үҫеш һ.б.); танып белеү
эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары,
уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм
үҙ-үҙеңде ижади яҡтан
күрһәтеү кәрәклелеге һәм
уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар
һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм
уларға өлгәшеү өҫтөндә
эшләү); ойоштороу
(хеҙмәттәшлек итеү һәм
үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше). Эш программаһын
өйрәнгәндә, дөйөмләштереү,
классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә,
һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы
буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға
сығып өйрәнеү кеүек дөйөм
уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша
тормошҡа ашырыла. Башҡорт телен
үҙләштергәндә мәғлүмәти
мәҙәниәт менән бәйле
оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек
менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек
һәм белешмәләр менән файҙаланыу. Программа уҡытыусы һәм уҡыусы,
уҡыусыларҙың үҙ-ара
хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын
ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай
хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ,
уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты
төрлө яҡлап анализлау ойошторола.
Предметтың үҙәк өйрәнеү
өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең
коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Төп йөкмәтке
йүнәлештәре |
Программа йөкмәткеһе 3
йүнәлештә төҙөлгән.
(
коммуникатив йүнәлеш). Башҡорт
теленең эш программаһы үҙ-ара тығыҙ
бәйләнгән төшөнсәләр,
ҡағиҙәләр, мәғлүмәт
йыйылмаһы итеп бирелгән, һәм донъяны
танып-белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был
коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ
уңында тота, барлыҡ тел берәмектәренең
мәғәнәһенә һәм функцияларына
үтә ныҡ иғтибар кәрәклеген аңлата. Тел материалы уҡыусыларҙың йәш
үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып,
башҡорт теленең структураһы тураһында башланғыс
төшөнсә формалаштырырға, башҡорт
әҙәби теленең нормаларын
үҙләштереүҙә ярҙам итергә
тәғәйенләнгән. Орфографик һәм пунктуацион
ҡағиҙәләрҙе өйрәнеү,
шулай уҡ тел һәм яҙма телмәрҙе
үҫтереү аралашыуҙың ғәмәли
бурыстарын хәл итеүгә хеҙмәт итә
һәм уҡыусыларҙың,
йәмғиәтебеҙҙең киләсәк
вәкилдәренең, мәҙәниәтен тел
кимәлендә билдәләүсе
күнекмәләрен формалаштыра. -телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу -телдең системаһын
өйрәнеү -бәйләнешле текст менән
эшләүҙе күҙ уңында тота. Милли
тәрбиә лә
ҡарала. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу предметының уҡыу
планындағы урыны |
2014-2015 йыл
уҡыу базис пландары менән
билдәләнә. Уҡытыу рус телендә алып
барылған мәктәптәрҙең 2–се класы өсөн башҡорт
теле 34 сәғәткә бүленгән
(аҙнаға 1 сәғәт). |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм уҡыу бүлектәре,
күнекмәләре һәм эшмәкәрлек ысулдары |
Башҡорт телен уҡытыу барышында
уҡыусылар өсөн мөһим роль уйнаған
дөйөм уҡыу бүлеген, күнекмәләрен һәм
эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса
маҡсатлы эшләү түбәндәгенән тора: интеллектуаль
(дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу,
үҫеш һ.б.); танып белеү
эшмәкәрлеге (уҡыу-танып-белеү мотивтары,
уҡыуҙа үҙаллылыҡ һәм
үҙ-үҙеңде ижади яҡтан
күрһәтеү кәрәклелеге һәм
уҡыу эшмәкәрлеге барышында яңы маҡсаттар
һайлау, ҡуйыу, ҡабул итеү һәм
уларға өлгәшеү өҫтөндә
эшләү); ойоштороу
(хеҙмәттәшлек итеү һәм
үҙэшмәкәрлекте планлаштырыу эше). Эш программаһын
өйрәнгәндә, дөйөмләштереү,
классификация тышҡы контролдән үҙконтролгә,
һөҙөмтә буйынса контролдән эш ысулы
буйынса контролгә, булғанды аныҡлауҙан алға
сығып өйрәнеү кеүек дөйөм
уҡыу интеллектуаль белектәрен үҫтереү аша
тормошҡа ашырыла. Башҡорт телен
үҙләштергәндә мәғлүмәти
мәҙәниәт менән бәйле
оҫталыҡтар формалаша: уҡыу, яҙыу, дәреслек
менән эффектив эшләү, лингвистик һүҙлек
һәм белешмәләр менән файҙаланыу. Программа уҡытыусы һәм уҡыусы,
уҡыусыларҙың үҙ-ара
хеҙмәттәшлеге булараҡ уҡыу процесын
ойоштороуҙа йүнәлтелгән. Бындай
хеҙмәттәшлек нигеҙендә “башҡорт теле” предмет булараҡ,
уны тәүге тапҡыр асыу һәм предметты
төрлө яҡлап анализлау ойошторола.
Предметтың үҙәк өйрәнеү
өлөшө булып телмәр ярҙамында телдең
коммуникатив фукцияһы булыуы асыҡлана. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыу-уҡытыу программаһында
планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе
үҙләштерелеүен баһалау |
Уҡыу-уҡытыу программаһында
планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе
үҙләштерелеүен баһалау Класта һәм өйҙә
башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү
һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр
инә: башҡорт теленән төрлө
типтағы күнегеүҙәр; тәржемә эштәре (башҡорт
теленән рус теленә һәм киреһенсә); Башҡорт теленең ағымдағы, сирек
йәки йыл аҙағында, ҙур темаларҙан
һуң йомғаҡлау контроль(тикшереү) эштәре
үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның
өйрәнелгән материалын
үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында
уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм
үткәреү йышлығы өйрәнелә
торған материалдың ҡатмарлылығынан,
уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып
билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр
өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә
уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Сирек һәм йыл аҙағында
йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп
администрацияһы менән берлектә
төҙөлгән график буйынса үткәрелә.
Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә
һәм дүшәмбелә үткәреү
тәҡдим ителмәй. Программа материалының
үҙләштереү кимәле
уҡыусыларҙың дәрестәрҙә
телдән биргән яуаптарына һәм яҙма
эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн
башҡорт теленән һәр класта
түбәндәге күләмдә контроль эштәр,
яҙма эштәр үткәреү ҡарала: контроль күсереп яҙыу һорауҙарға яуап Яҙма эш төрҙәрен яҙыу уҡыусыларҙың
уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә
ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла
һәм улар урынына шул уҡ күләмдә
түбәндәге яҙма эштәр
үткәрергә мөмкин: -карточкалар менән эш; -тест; -һүрәт буйынса
һөйләмдәр төҙөү; -һүҙлек диктанты; -һөйләмдәр
төҙөү; -һүҙлек менән эш |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡытыусы
тарафынан ҡулланылған технологиялар |
Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы
тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың
түбәндәге методтарын һәм формаларын
ҡулланырға кәрәк: -информацион технологиялар; -уҡыу-уҡытыуҙы
шәхсиләштереү технологияһы; -проблемалы уҡытыу; -проекттарҙы һәм ижади
эштәрҙе презентациялау; -уйын алымдары; -тестар эшләү; -төркөмләп эшләү
һ.б. Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм
күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын
контролләү формалары: -тестар -ижади эштәр(тематик яҡтан,жанр йәһәтенән
төрлө иншалар һ.б.) -докладтар. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Сәғәттәр һаны
һәм яҙма эштәр |
|
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар |
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование): -
уҡытыусының, иптәшенең
һөйләгәнен, уҡығанын
аңлай алыу; -
иҫәнләшеү, һаубуллашыу,
рәхмәт әйтеү, ғәфү
үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт
һорау (телмәр этикеты); -
текстың
йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү. 2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә
һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы
һөйләшеү (говорение): -
бәләкәй
күләмле текстың йөкмәткеһен
һөйләү, -
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы
дөрөҫ ҡулланып
һөйләү, -
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү, -
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү,
һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б.
тураһында һөйләү, -
ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде
әйтеп биреү, -
башҡорт теленән руссаға һәм
киреһенсә тәржемә итеү. 3. Уҡыу (чтение): -
тексты
дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә), -
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу, -
уҡыған текстың йөкмәткеһен
билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү, -
текстан
һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү. 4. Яҙыу (письмо): -
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу, -
ҙур булмаған
тексты күсереп яҙыу, -
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу, -
бирелгән
ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу, -
ныҡлы әҙерлектән
һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение,
инша яҙыу (программала күрһәтелгән
нормалар күләмендә). |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Уҡытыу предметының төп
йөкмәткеһе |
1.
Мин Башҡортостанда
йәшәйем Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары,
күлдәре тураһында мәғлүмәт
биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле
өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған
башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ
әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. 2.
Ҡабатлау Башҡорт теленең
үҙенсәлекле өндәре һәм
хәрефтәре, һөйләмдә
һүҙҙәрҙең урыны. 3.
Һаумы мәктәп Балаларҙың үҙҙәре уҡыған
мәктәп, уның үҙенсәлекле
билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе.
Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне,
эште белдереүе. 4.
Мәктәп баҡсаһы Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр,
уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың
баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған
һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ
әйтеү. Һәм, ә, ләкин
теркәүестәрен ҡулланыу. 5.
Беҙҙең класс Мәктәп, класс бүлмәләре,
дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың
эштәре. Темаға ҡараған
һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә
ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. 6.
Ғаилә Үҙенең ғаиләһе, ғаилә
ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ
мөнәсәбәте тураһында
һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек
ялғауҙарын практик үҙләштереү. 7.
Аҙыҡ – түлек Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт
халыҡ аштары тураһында һөйләшеү. Килеш ялғауҙарын пратик
үҙләштереү. 8.
Ҡайҙа?Ҡайҙан? Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары.
Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә
һүҙҙәрҙең урыны. 9.
Нимә менән? Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле
һүҙҙәр, уларҙың
үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу
әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен
практик ҡулланыу. 10. Һанай
беләһеңме? Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы,
уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу,
тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы
практик ҡулланыу. 11. Кейем-һалым. Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме,
кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт
телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу. 12. Уйындар, уйынсыҡтар Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар.
Башҡорт телендә
ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. 13. Һөнәрҙәр Кешеләрҙең һөнәрҙәре
тураһында мәғлүмәт.
Һөйләмдә хәбәрҙең урыны. 14. Тән
өлөштәре Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын
үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу,
һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын
һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. 15. Емеш-еләк.Йәшелсә
Баҡса, емеш-еләк,
йәшелсәләрҙең атамаларын
үҙләштереү. Башҡорт телендә күплек
ялғауҙары 16. Таҙалыҡ. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау
тураһында мәғлүмәт Башҡорт телендә
юҡлыҡ ялғауҙары.
Һүҙҙәрҙең
һөйләмдәге урыны. 17. Көн
тәртибе Уҡыусының көн тәртибе,
бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары
тәрбиәләү.
Һүҙҙәрҙең
һөйләмдәге урыны. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү
өсөн методик ҡулланмалар |
1.
Уҡытыусының
тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев
Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006. 2.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. //
Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н.,
Өфө, Информреклама, 2003. 1.
Башкирский язык
для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш.
книжное изд-во, 2011. 2.
Йәш уҡытыусыға ярҙамға //
Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003. 3.
Н.А. Зайцев ысулы
буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001. 4.
Сал Уралда –
илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004. 5.
Телмәр
һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005. 6.
Урыҫ мәктәптәренең башланғыс
синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә.
Өфө, Китап, 2007. 7.
Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик
кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А.
Өфө, Китап, 2006. |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Материал - техник
ҡулланмалар |
-CD диск:
Электрон дәреслектәр:
-ноутбук |
|||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Төп
һәм өҫтәлмә
әҙәбиәт |
8.
Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт
телен уҡытыу.Методик
күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова
М.И., Йәғәфәрова
Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ
нәшриәте. Өфө,
2008. 9.
1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек.
Балҡортостан иле.
|